Найти тему
Башҡортостан гәзите

Башҡортостан менән Әҙербайҙан араһында хеҙмәттәшлек үҫә

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда Әзербайжан Милли Мәжлесенең (Милли Йыйылышының) парламент делегацияһы менән осрашты. Делегацияны Аграр сәйәсәт комитеты рәйесе урынбаҫары, Әзербайжан – Рәсәй парламент-ара бәйләнештәренең эш төркөмө ағзаһы Сабир Кямал оглы Гаджиев етәкләй. Көн тәртибенә Башҡортостан менән Әзербайжан араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү, эшлекле, мәҙәни һәм фәнни бәйләнештәрҙе нығытыу мәсьәләләре инде. Әзербайжан республиканың даими тышҡы иҡтисади партнёрҙары иҫәбенә инә. Былтыр тауар әйләнеше 85 процентҡа, 92 миллион долларға тиклем артҡан. Үҙ-ара сауҙала Башҡортостан экспорты өҫтөнлөк итә. – Башҡортостанға хуш килдегеҙ, беҙ бик шатбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Башҡортостан менән Азербайжан араһындағы әүәл-әүәлдән килгән дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле. Нефть сығарыу, эшкәртеү йәһәтенән үҙ-ара партнерлығыбыҙ барлыҡҡа килде. Ҡасандыр Ишембай нефть ятҡылығын икенсе Баҡы тип йөрөткәндәрен беләһегеҙ. Өфө дәүләт нефть техник университетында Әзербайжандан коллегалар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәләр. Иҡтисад өлкәһендә лә оҡшаш яҡтарыбыҙ бар, шуға күрә беҙгә әүҙемерәк хеҙмәттәшлек итергә кәрәк. Мәғлүм булыуынса, Әзербайжан делегацияһы Өфөгә ХХХI “Газ. Нефть. Технологиялар” халыҡ-ара махсус күргәҙмәһендә ҡатнашыу өсөн килде. Күләмле сара Рәсәй нефть һәм газ химияһы форумы нигеҙендә үтә. Фото: glavarb.ru Сығанаҡ: glavarb.ru