Найти тему
Башҡортостан гәзите

Селтәр ҙә, шәм дә эшләйҙәр!

Ишембай районының Алаҡай ауылында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәргә ярҙам өҙөлгәне юҡ. Был эште ауылдың ололары бик әүҙем башлап ебәргәйне, әлеге көндә уларға йәш быуын да әүҙем ҡушылған. - Беҙгә рухлы алмаш үҫеп килеүенә һөйөнәм. Улар араһаныда мәктәп уҡыусылары ла, студенттар ҙа бар. Ауылыбыҙҙың ҡыҙҙары Лиана Мырҙағолова, Айгүзәл Кәримова, егеттәр Марсель Биҡҡужин, Фәдис Ишбулатов, Нурислам Һөйәрғолов һәм ҡунаҡҡа ҡайтҡан башҡа балалар сәмләнеп ярҙам итәләр. Әле яугирҙәргә бик тә кәрәкле булған маскировкалы селтәр үрәләр, был ял көндәрендә май шәмдәре эшләй башлайбыҙ, бының өсөн материалдар ҙа әҙерләнгән, - тип һөйләне Скворчиха ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Сәлимә Герасименко. Әйткәндәй, ауыл хакимиәте башлығының игеҙәк ейәнсәрҙәре Настя менән Диана Норильскиҙан ҡайтып төшкән һәм изге эшкә ихлас ҡушылған. “Еңеү өсөн яугирҙәргә ярҙам кәрәклеген улар аңлай”, ти өләсәйҙәре. Үҙҙәренең ҡыҙыҡһыныуҙарын ситкә ҡуйып, буш ваҡыттарын изге эшкә арнаған йәштәргә “афарин!” тибеҙ. Фото: Ауыл биләмәһе хакимиәтенән.