Йәштәр сәйәсәте өлкәһендәге проекттарға ярҙам күрһәтеү маҡсатында коммерцияға ҡарамаған ойошмалар өсөн Башҡортостан Башлығы гранттары конкурсына ғаризалар ҡабул итеүгә ете көн ҡала. Конкурсты икенсе йыл рәттән Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды үткәрә. Проекттар түбәндәге темалар буйынса ҡабул ителә: йәштәр хәрәкәте, ваҡиғаларҙы ойоштороу; профессионализм; иҫкәртеү; мин – граждан; АртГрант; медиа; ирекмәнлек; белем. Былтыр ошо йүнәлештәр буйынса 17 проект булды. "Старт" белем биреү башланғыстарына булышлыҡ итеү үҙәге" коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһының ғилми-проект марафоны Башҡортостандың 9-11-се класс уҡыусыларын проектлау һәм тикшеренеү эшмәкәрлегенә әүҙем йәлеп итте. Мәҫәлән, Республика инженер лицей-интернатының 10-сы класс уҡыусыһы Егор Макиенок В.И. Вернадский исемендәге Бөтә Рәсәй асыҡ үҫмерҙәр тикшеренеү эштәре конкурсында I дәрәжә дипломант булып танылды. 42-се лицей уҡыусыһы Виктория Корабейникова "Ҙур саҡырыуҙар" конкурсының төбәк этабы призеры булды. "Күп балалылар" коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһының "Барыһы ла ғаилә хаҡында" проектында йәш ғаиләләр әүҙем ҡатнаша. Проектҡа ярашлы ай һайын тематик саралар, оҫталыҡ дәрестәре, психолог менән осрашыуҙар ойошторола. Әгәр һеҙҙең идеяғыҙ йәштәр ихтыяждарына йүнәлтелһә, 2023 йылдың 31 майының 17.00 сәғәтенә тиклем конкурсҡа ғариза биреп өлгөрөгөҙ. Бер проектҡа гранттың максималь күләме ике миллион һум тәшкил итә. Конкурстың положениеһы һәм талаптары менән грантыглавы102.рф сайтында танышырға мөмкин. Бәлки, тап һеҙҙең проект республикаға кәрәкле булыр. Фото: rus.bashgazet.ru