Тарих фәндәре кандидаты, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенең Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе етәксеһе, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе вазифаһын башҡарыусы Рәмил Рәхимов Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың посына аңлатма бирҙе. Унда төбәк етәксеһе Украинаның оборона министрына башҡорттарҙың нимә өсөн һуғышҡанын аңлатты. “Украина оборона министрының беҙгә мөрәжәғәте – ҙур мәғлүмәт һуғышының бер өлөшө, ул министр түгел, ә Көнбайыш тарафынан яҙылған. Был ил халыҡтарының, союздаштарыбыҙҙың берҙәмлеген шартлатыу өсөн эшләнә. Шундай уҡ мөрәжәғәттәрҙе улар беҙгә теләктәшлек күрһәткән Иран халҡына ла, башҡаларға ла яһай. Һәм хәҙер улар, йәнәһе лә, Украинаның оборона министры аша башҡорт халҡына мөрәжәғәт итергә тырыша, – тип белдерҙе Рәмил Рәхимов. – Радий Фәрит улы кешеләрҙең, тәү сиратта үҙебеҙҙең кешеләрҙең һәләк булыуы өсөн борсолоуыбыҙҙы, һәм, әлбиттә, “украин булмағандар”ҙың ҡот осҡос һуғышҡа ҡыуып ебәргән украиндарҙың йәл булыуын дөрөҫ билдәләне. Был осраҡта башҡа “хужалар”ҙың мәнфәғәттәре күҙәтелә. Үкенескә күрә, оборона министры ла, Киевта власта тороусылар ҙа бындай енәйәти һуғышты, беренсе сиратта, үҙ халҡына ҡаршы алып бара. Башҡортостан башлығы дөрөҫ әйтә, беҙҙең яуап – ул үҫешеүсе иҡтисад, кешеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыу, илебеҙ, республикабыҙ тыныслығы, үҫеше, һәм беҙ быны күрәбеҙ. Икенсе яуап – ул Рәсәй мәнфәғәттәрен яҡлау өсөн ҡорал тотоп баҫҡан беҙҙең егеттәр, беҙҙең мобилизацияланғандар, һәм уларҙың иҫәбе арта бара. Барыһы ла сафҡа баҫа. Кемдер бында гуманитар ярҙам йыйырға, һалдаттарыбыҙға булышлыҡ итә. Был йәһәттән беҙ барыбыҙ ҙа берҙәм, берҙәмлегебеҙҙе һындыра алмаҫтар – был беҙҙең ғорурлығыбыҙ”. Рәмил Рәхимов, Донбассҡа, Луганск Халыҡ Республикаһына барғанда кешеләр менән аралашҡанда уларҙың нимә теләгәне һәм кемдән ҡурҡҡаны асыҡлана бара, тип билдәләне. “Ысын нацистар бында түгел, ә унда ултыра. Быны бутарға кәрәкмәй. Радий Хәбиров был хаҡта дөрөҫ әйтә. Уларҙың мөрәжәғәтен ишеттек, ә хәҙер улар беҙҙең яуапты ишетһен”, – тине Рәмил Рәхимов. Фото: "Башинформ".
Рәмил Рәхимов: “Башҡортостан яугирҙәренең берҙәмлеген һис бер ҡасан һындыра алмаясаҡтар – был беҙҙең ғорурлығыбыҙ”
25 мая 202325 мая 2023
1 мин