Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Бәхеттәре ике тапҡырға артты!

Тәтешле районында быйыл беренсе игеҙәктәр тыуыуы теркәлде, тип хәбәр итә ЗАГС хеҙмәткәрҙәре. Үрге Тәтешлелә йәшәгән Гөлнур һәм Артур Әхмәтсафиндар ғаиләһендә бер юлы ике малай – Аслан һәм Сәлмән – донъяға килде. Ата-әсәнең өлкән балалары Искәндәр һәм Зиннур эргәһенә йәнә ике улдары өҫтәлде, тип ҡыуана яҡындары. Әхмәтсафиндар хәҙер күп балалы ғаилә. Бәхетле атай улдарының тәүге документын – тыуыу тураһында таныҡлыҡты һәм дәүләт пособиелары түләүгә белешмәләрҙе ҡулына алды. Бөтәһе лә икеләтә күләмдә! Күп балалы ғаилә бөтә социаль ярҙам сараларынан файҙаланасаҡ. Игеҙәктәр тыуыуы, балаларҙың ике тапҡырға артыуы менән бергә ғаиләлә бәхет –шатлыҡтарҙың ишәйеүен дә теләйбеҙ. Киләсәгегеҙ имен,күңелегеҙ тыныс булһын, йәштәр! Фото: Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты.