Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов башҡорттарҙың, ысынлап та, украин халҡына ҡаршы һуғышырға бер сәбәп тә юҡ ти. Ғалим фекеренсә, башҡорт халҡы уға ҡаршы һуғышмай ҙа, улар рустар, украиндар, чечендар кеүек үк – Рәсәйҙең бөтә милләт хәрбиҙәре, Киев режимы менән һуғыша. Көн элгәре Украинаның оборона министры “Башҡорттар ни өсөн һуғыша?” тигән һорау бирҙе. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә уға аныҡ яуап бирҙе. “Башҡорттарҙың, ысынлап та, украин халҡы менән һуғышырға бер сәбәбе лә юҡ. Ләкин улар уға ҡаршы һуғышмай ҙа, улар рустар, украиндар, чечендар кеүек үк – Рәсәйҙең бөтә милләт хәрбиҙәре, Киев режимы менән һуғыша. Был режим Украинала граждандар һуғышы башланы, беҙҙекеләр унан Донбасс һәм Ҡырым халҡын яҡлай. Барлыҡ Рәсәй армияһы һәм Донбасс ополчениеһы менән бергә, – ти Юлдаш Йосопов. – Генерал Резников яҡлаған режим Киевтың нацизм йүнәлеше менән риза булмаған өлкәләрҙе федерализациялауҙың ябай талаптарына һуғыш
Юлдаш Йосопов: Башҡортостан яугирҙәре украиндар түгел, ә Киев режимына ҡаршы һуғыша
25 мая 202325 мая 2023
1 мин