Донъя кимәлендәге Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы – бер үк ваҡытта бер нисә вуз файҙаланған биләмә. Башҡорт дәүләт медицина университеты өсөн ике ҡат – IQ-парктың 4-се һәм 5-се ҡаттары бүленгән. Унда «Фарма-үҙәк» һәм «Биоинженерия үҙәге» урынлашасаҡ. Яңы медицина структуралары алдынғы медицина технологиялары лабораторияларын үҙ эсенә ала. «Биоинженерия үҙәге» - медицинаның тиҙ үҫешкән өлкәһе. Был структура күҙәнәк технологиялары, биоинженерия һәм биопринтинг, аддитив технологиялар, молекуляр генетика, иммунология, биоматериалдарҙы тикшереүҙең микро- һәм наномасштаблы ысулдары лабораторияһынан һәм биомедицинала математик алымдар лабораторияһынан торасаҡ. Үҙәктең төп бурысы биологик һәм синтетик медицина материалдары етештереүҙә импортты алмаштырыусы технологиялар әҙерләү буласаҡ. Биоинженерия, заманса компьютер технологиялары һәм молекуляр генетика алымдарын берләштереү һөҙөмтәһендә яңы биоэквивалент туҡымалар һәм кеше ағзаларын заманса сифат кимәлендә эҙләү үткәреләсәк. - Биоинженерия үҙәгенең бурысы – биоинженерияны һәм биоматериалдарҙы өйрәнеүҙе үҫтереү нигеҙендә медицина тәғәйенләнешендәге материалдарҙа ихтыяж һәм тәьмин ителеш айырмаһын бөтөрөү; биомедицина инженерияһы һәм биоматериалдар ғилеме үҫешенең фәнни-технологик нигеҙҙәрен булдырыу, биомедицина продукттары спектрын киңәйтеү һәм медицина өсөн яңы материалдар әҙерләү, - тип билдәләне мәғлүмәт технологиялары идаралығы начальнигы, медицина фәндәре кандидаты, ортопедия һәм травматология кафедраһы мөдире, проект етәксеһе Азат Билалов. Белешмә өсөн: Рәсәй Президенты Владимир Путин 2030 йылға тиклем 25 заманса кампустан торған селтәр төҙөргә ҡушты, уларҙың 17-һе әлеге ваҡытта тормошҡа ашырыу кимәлендә. Быға «Фән һәм университеттар» милли проекты ярҙамында өлгәшелде - 2030 йылға тиклем ошо маҡсатта федераль бюджеттан 174 миллиард һум бүлеү күҙаллана. Сығанаҡ һәм фото: pravitelstvorb.ru