Башҡортостанда “Атайҙар ҡаһарманлығы”йәмәғәт наградаһына IV республика конкурсына заявкалар ҡабул итеү бара. Уларҙы республиканың Йәмәғәт палатаһы менән “Йәмәғәт тормошо үҙәге” ойошмаһы ҡабул итә. Конкурс Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының 2025 йылғы осорға тиклем дауам итәсәк ғаилә сәйәсәте коцепцияһына ярашлы үткәрелә. “Беҙҙең өсөн өлгө күрһәткән атайҙарҙы яҡлау, уларҙың тәжрибәһен һәм эшен күрһәтеү мөһим, – ти Йәмәғәт палатаһы рәйесе вазифаһын башҡарыусы Рәмил Рәхимов. – “Атайҙар ҡаһарманлығы” яҡшы атайҙар тураһында ғына түгел, был быуындар бәйләнеше, үҙеңдең тыуған ереңдә йәшәүҙең, яңы быуындарға традицияларҙы тапшырыуҙың мөһимлеген аңлау”. Заявкалар1 июлгә тиклем ҡабул ителә. Башҡортостанда даими биш йыл йәшәгән, Рәсәй гражданы иҫәпләнгән, үҙенең йәки уллыҡҡа алған балаларын тәрбиәләгән ирҙәр заявка бирә ала. Тыуған ҡалаһы йәки районы тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға өлөш индергән, шәхси ҡаҙаныштарға эйә йәки балалары төрлө даирәләрҙә ҙур уңыштарға ирешкән атайҙар өҫтөнлөк менән файҙалана. Конкурстағы положениеға ярашлы документтарҙы әҙерләгәндән һуң Йәмәғәт палатаһының электрон почтаһына ебәрегеҙ: oprb2011@mail.ru Заявкаларҙы конкурс комиссияһы ҡараясаҡ һәм 1 августҡа тиклем Йәмәғәт палатаһына кандидатураларҙы тәҡдим итәсәк. Наградлау тантанаһы 4 октябрҙә – Атайҙар көнөндә “Торатау” конгресс-холында тапшырыла. Валерий Шахов фотоһы.