Өфө ҡалаһының "Торатау" конгресс-холында "Закупки-2023" тигән төбәк-ара конференция бара. Унда һатып алыуҙар ваҡытындағы үҙенсәлектәр һәм үҙгәрештәр һәм уға индерелгән яңылыҡтар, уны закондар йәһәтенән көйләү, үҫеш юлдары тураһында һөйләшеүҙәр алып барыла. Конференцияға Рәсәйҙең 20-гә яҡын субъектынан етәкселәр килгән, ҡыҫҡаһы, ҡатнашыусылар һаны 500-ҙән ашыу. Башҡортостандың конкурент сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Гөлшат Арыҫланова әйтеүенсә, бер майҙансыҡҡа, тимәк Өфөгә 500 тирәһе белгестең йыйылыуы күпте һөйләй. Заказ биреүселәр, эксперттар һәм башҡалар һәр береһе эшлекле тәҡдимдәрен еткерә. – 2022 йыл улар өсөн еңелдән булмаған, беҙгә дуҫ булмаған илдәрҙең санкцияһы заказ биреүселәргә һәм һатып алыусыларға ҡыйынлыҡтар тыуҙырған, – тине Гөлшат Арыҫланова. – Үҙ сиратында, хаҡтар ныҡ артҡан, логистика үҙгәргән. Уның ҡарауы, Рәсәй һәм Башҡортостан етәкселәгенең тейешле саралар күреүе – бар ҡатмарлыҡтарҙы мөмкин тиклем бөтөрөүгә килтергән. Шулай уҡ "Фабрикант" ЭТП-ның коммерци