Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Йәмәғәт киңлектәре сәғәте" форматында кәңәшмә үткәрҙе. Фекер алышыу алдынан төбәк етәксеһе профилле министрлыҡтар, Өфө ҡалаһы хакимиәте вәкилдәре менән Киров районында урынлашҡан Ленин исемендәге паркты ҡараны. Республика Башлығы парктың статусын айырым билдәләне һәм йәмәғәт киңлеген яңыртыу буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушты. Ул яңы функционал һәм заманса төҫ алырға тейеш. Радий Хәбиров, парктың йәйәүлеләр зонаһы ҡәнәғәтләнерлек түгел, яңыртыу талап ителә, тип билдәләне. "Бөгөн беҙ Ленин исемендәге паркка сираттағы “яҡынайыу” сараһын күрәбеҙ. Хаталарға юл ҡуйырға ярамай. Мотлаҡ рәүештә халыҡ менән кәңәшләшәсәкбеҙ, сөнки парк республика статусына эйә. Ул бөтәһенә лә - өфөләргә, ишембайҙарға, бөрйәндәргә, асҡындарға һ.б. мөһим, - тине Радий Хәбиров. - Плитканы, яҡтыртыу нөктәләрен алмаштырырға кәрәк тигән ҡарар ҡабул иттек. Парктың структураһын, тәғәйенләнешен, уның маҡсаттарын, бурыстарын үҙгәртмәйәсәкбеҙ. Моғайын, төп сәнғәт