Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы республиканың "Йәмәғәт тормошо үҙәге" төбәк йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә "Атай ҡаһарманлығы" йәмәғәт наградаһына конкурсҡа ғаризалар ҡабул итеүен дауам итә. Маҡсат - Башҡортостан атайҙарының ҡаҙаныштарын йәмәғәтселеккә танытыу, уларҙы дәртләндереү. Конкурста ҡатнашыуға Башҡортостанда даими рәүештә биш йылдан да кәм йәшәмәгән, Рәсәй гражданы булған һәм туғандары йәки уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алынған (йәки опекаға һәм попечителлеккә алынған) балаларҙы тәрбиәләгән ир-егеттәр саҡырыла. Түбәндәге атайҙарҙың ғаризалары өҫтөнлөклө буласаҡ: - тыуған ҡала йәки район, республика тормошонда әүҙем ҡатнашҡан - йәмғиәттә әхлаҡи мөхитте яҡшыртҡан, ғаилә ҡиммәттәрен тергеҙгән, - сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған, - күп шәхси ҡаҙаныштары булған, - балалары тормоштоң төрлө өлкәләрендә, мәҫәлән, спорт, уҡыу, фән, сәнғәт, производство һәм башҡа тармаҡтарҙа ҙур уңыштарға өлгәшкәндәрҙеке. Конкурста ҡатнашыусыларҙан положениела күрһәтелгән документтар пакетын әҙерләү һәм уны Башҡ