Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Талбазыла Ауырғазы, Бөрйән, Ғафури, Ишембай, Стәрлетамаҡ райондарының ауыл биләмәләре башлыҡтары менән сираттағы зона кәңәшмәһен үткәрҙе. Көн тәртибендә - биләмәләрҙе социаль-иҡтисади үҫтереүҙең мөһим мәсьәләләре. Фекер алышыуҙа министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре, район, ҡала хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашты. Эш башланыр алдынан төбәк етәксеһе Ауырғазы районы предприятиеларының иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең төрлө тармаҡтарындағы продукцияһы, ҡаҙаныштары күргәҙмәһен ҡараны. Өфөнөң "Оптри" тегеү фабрикаһы директоры Зөлфирә Ғәзизова район хакимиәте булышлығында предприятиеның Талбазыла филиалын асыуы хаҡында һөйләне. Республика Башлығы медицина кейеме етештереү менән шөғөлләнгән "Белая река" компанияһы етәкселеге менән дә аралашты. Предприятиеның генераль директоры Азамат Сәйфуллин һөйләүенсә, улар ҙа еңел сәнәғәткә ярҙам итеү саралары менән әүҙем файҙалана. Радий Хәбиров субсидияларға документтарҙы йыл һайын тапшырырға кәңәш бирҙе, сөнки программ