Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Сергей Катырин "Урал аръяғы-2023" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында ҡатнашырға йыйынғандарҙы сәләмләне. "Рәсәй Федерацияһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһы исеменән "Урал аръяғы-2023" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында ҡатнашыусыларҙы сәләмләйем. Төбәк-ара хеҙмәттәшлек хәҙерге ысынбарлыҡта айырым әһәмиәткә эйә була бара. Форумдың әһәмиәтен беҙҙең партнерҙарҙың әүҙем ҡатнашыуы билдәләй. Ҡытай, Иран, Төркиә, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Үзбәкстандан вәкилдәр киләсәк, - тине Сергей Катырин. - Бөгөн Рәсәй эшлекле берләшмәһе алдында яңы етештереү һәм һатыу сылбырҙарын төҙөү, төҙөлөш, машиналар эшләү, ауыл хужалығы, урман сәнәғәте комплексы, туризм өлкәләрендә өҫтөнлөклө инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса амбициялы бурыстар тора. Әлеге шарттарҙа яңы экспорт йүнәлештәрен логистик тәьмин итеү мөһим мәсьәлә булып ҡала. Һабантуй үткәреү эшлекле һәм шәхси бәйләнештәрҙе яйға һалыуға, Башҡортостандың, Рәсәйҙең иҡтисадын үҫтереүгә йүнәлтелгән башланғыстарҙы алға этәреүгә булышлыҡ ҡылыр тигән ышаныстамын". Фото Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.