Найти тему
Башҡортостан гәзите

Сибай йыр-моңға күмеләсәк

Билдәле булыуынса, 26 майҙа Сибай ҡалаһы эшлекле майҙансыҡҡа әүерелә: унда "Урал аръяғы" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы һәм Ҡала көнө үтә. Ошо уңайҙан ҡала халҡын, ҡунаҡтарҙы төрлө мәҙәни саралар, сағыу концерт программаһы көтә. Концерт программаһында Сибай артистары, ҡаланың ижади коллективтары, Башҡортостан милли халыҡ инструменттары оркестры, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, бар донъяға билдәле опера йырсыһы Асҡар Абдразаҡов, Денис Майданов ҡатнаша. Шулай уҡ сығыш яһаясаҡ ҡайһы бер Рәсәй йондоҙҙарының исемдәре әлегә сер итеп һаҡлана. Был көндә шулай уҡ "Ирәндек моңдары" конкурсының гала-концерты үтә. Тимәк, Сибай йыр-моңға күмеләсәк. Байрамдан һеҙ ҙә ситтә ҡалмағыҙ! Фото: "Башинформ", ura.news һәм rg.ru