Бөгөн Ауырғазы районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Йәнле ауыл” юл буйы сауҙа үҙәгенең төҙөлөш майҙансығында булды. Объект Талбазы ауылында Өфө–Ырымбур трассаһында урынлашҡан. Майҙаны 3,5 мең квадрат метрлыҡ комплекс 2020 йылда төҙөлә башлаған, ләкин былтыр туҡтап ҡалған. Быйыл проекттың инвесторын алмаштырғандар. “Сторинг” компаниялар төркөмө директорның инвестиция проекттарын үҫтереү буйынса урынбаҫары Руслан Кораблев әйтеүенсә, эште быйыл яңынан башлап, 2024 йылдың сентябрендә тамамларға ниәтләйҙәр. Яңы объектта 24 эш урыны барлыҡҡа киләсәк. – Был – беҙҙең Башҡортостандағы тәүге юл буйы сервисы проекты. Бында сауҙа нөктәләрен урынлаштырырға, фермерҙарҙың ауыл хужалығы продукцияһы баҙарын үҫтерергә ниәтләйбеҙ. Ошондай объекттарҙы төҙөгәндә барлыҡ дәүләт ярҙамы сараларынан файҙаланыуға иҫәп тотабыҙ, – тине Руслан Кораблев. Инвесторҙар сауҙа үҙәге эргәһендә ҡунаҡхана һәм автозаправкалау станцияһы төҙөү мөмкинлеген дә ҡарай. Республика Башлығы әйтеүенсә, Баш