Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Китап байрамы"нда гастрономия биләмәһе

"Китап байрамы" халыҡ-ара китап йәрминкәһе сиктәрендә "Уҡыйбыҙ һәм ашайбыҙ" гастрономия биләмәһе эшләйәсәк. Илдең билдәле кулинарҙары аш-һыу әҙерләү сәнғәте темаһына ҡыҙыҡлы оҫталыҡ дәрестәре һәм лекциялар үткәрәсәк. Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара кулинарҙар конкурстары лауреаты һәм дипломанты, Мәскәү кулинарҙар ассоциацияһы идараһы ағзаһы, кондитер эше буйынса китаптар авторы Елена Сучкованың оҫталыҡ дәресе беренсе көн программаһын башлай. Ул эремсек менән балдаҡтар, бриош-бәлештәр әҙерләргә өйрәтә һәм кулинария тураһында бәләкәй генә лекция уҡый. Барбекю буйынса билдәле эксперт Николай Баратов “Тандырҙа ит менән эшләү” темаһына оҫталыҡ дәресе үткәрә. Николай Андреевич Халыҡ-ара кулинар судья, Бөтә донъя шеф-поварҙар берләшмәләре ассоциацияһы (WACS) тарафынан сертификатланған, Милли шеф-поварҙар гильдияһының почетлы ағзаһы, күп сит телдәргә тәржемә ителгән һәм Африка континентына арналған китаптар авторы. “Монастырь аш-һыуының ураҙалы ризыҡтары” китабы буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә ҡыҙыҡлы б

"Китап байрамы" халыҡ-ара китап йәрминкәһе сиктәрендә "Уҡыйбыҙ һәм ашайбыҙ" гастрономия биләмәһе эшләйәсәк. Илдең билдәле кулинарҙары аш-һыу әҙерләү сәнғәте темаһына ҡыҙыҡлы оҫталыҡ дәрестәре һәм лекциялар үткәрәсәк. Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара кулинарҙар конкурстары лауреаты һәм дипломанты, Мәскәү кулинарҙар ассоциацияһы идараһы ағзаһы, кондитер эше буйынса китаптар авторы Елена Сучкованың оҫталыҡ дәресе беренсе көн программаһын башлай. Ул эремсек менән балдаҡтар, бриош-бәлештәр әҙерләргә өйрәтә һәм кулинария тураһында бәләкәй генә лекция уҡый. Барбекю буйынса билдәле эксперт Николай Баратов “Тандырҙа ит менән эшләү” темаһына оҫталыҡ дәресе үткәрә. Николай Андреевич Халыҡ-ара кулинар судья, Бөтә донъя шеф-поварҙар берләшмәләре ассоциацияһы (WACS) тарафынан сертификатланған, Милли шеф-поварҙар гильдияһының почетлы ағзаһы, күп сит телдәргә тәржемә ителгән һәм Африка континентына арналған китаптар авторы. “Монастырь аш-һыуының ураҙалы ризыҡтары” китабы буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә ҡыҙыҡлы буласаҡ. Ҡатнашыусыларға ураҙа һәм монастырь аш-һыуы буйынса эксперт Олег Ольхов менән яҡынданыраҡ танышыу мөмкинлеге биреләсәк, ул балыҡтан әҙерләнгән ризыҡтарын тәҡдим итәсәк. Шулай уҡ уның менән “Рус аш-һыуының онотолған рецептары" темаһына диалог төҙөргә мөмкин. Шеф-повар, үзбәк аш-һыуы өлкәһендә эксперт, Үзбәкстан ашнаҡсылар Ассоциацияһының почетлы ағзаһы, яҙыусы һәм кулинар, популяр блогер Хәким Ғәниев “Ҡаҙанда шәшлек” оҫталыҡ дәресен үткәрә. "Китап байрамы" гастрономия биләмәһенең икенсе көнөндә "Көнсығыш әкиәте: былау тураһында белергә кәрәкле нәмәләр!” һәм Хәким Ғәниев менән үзбәк пловы буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторола. Шулай уҡ был көндө тағы бер нисә оҫталыҡ дәрестәренә барырға мөмкин: ҡаҙанда әҙерләнгән «Ушное с чечевицей» (Олег Ольхов), «Печенье сырное», «Кекс сырный» (Елена Сучкова), тандырҙа тауыҡ әҙерләү (Николай Баратов). Китап-гастрономия биләмәһенең һуңғы көнөн Олег Ольхов башлай, ул ҡаҙанда “Бәшмәк менән полба” ризығын һәм монастырь ҡамырын әҙерләргә өйрәтә. Кулинария менән профессиональ шөғөлләнергә теләүселәр өсөн Николай Баратовтың “Кулинар чемпионаттарҙа ҡатнашып хаталарҙан нисек ҡотолорға” тигән лекцияһы файҙалы буласаҡ. Былау һөйөүселәргә Хәким Ғәниев “Үзбәк аш-һыуының үҙенсәлеге” оҫталыҡ дәресен тәҡдим итәсәк. “Уҡыйбыҙ һәм ашайбыҙ” гастрономияһы Елена Сучкованың “Йәшелсә торты”, “Өс шоколад” торттары менән тамамлана.