Ҡаҡса кәүҙәле, асыҡ йөҙлө, мөләйем ҡатын, хәстәрлекле йәш әсә булып сыҡты яңы танышыбыҙ Лиана Карамова. Уның моңһоу ҡарашы аҫтында уй-һағыш та, беҙ белмәгән серҙәр ҙә йәшеренгән кеүек. Үҙенең кисерештәре менән ихлас уртаҡлашҡан сабыр һалдат ҡатынына ысын күңелдән рәхмәт әйтеп, ғаилә бәхете, һаулыҡ теләйбеҙ. – Һеҙҙең менән осрашыу тиккә түгел, был матур көн миңә һөйөнөс килтерҙе, тип оҙаҡ иҫләрмен инде. Беләһегеҙме, ике аҙна инде иремдән хәбәр булмағанына йәнем көйөп, үҙемде көс-хәл менән йыуатырға тырышҡанда, ул бөгөн миңә шылтыратты! Һеҙҙең янға осоп-ҡунып тигәндәй килеп еттем бына! – тип йылмая Лиана. Һалдат ҡатыны булыу анһатмы ни? Йоҡоһоҙ төндәр ҙә, ауыр хис-тойғолар ҙа, икеләнеүҙәр ҙә йөҙәтмәй түгел, бары яҡшылыҡҡа өмөт, үҙеңә ышаныс, шатлыҡ-ҡайғыңды бүлешер өсөн таяныс, һыналған дуҫтар булыуы йәшәргә көс бирә. – Иптәшем менән мине матурлыҡҡа, сәнғәткә һәм ижадҡа ынтылыш табыштырҙы һәм ҡауыштырҙы, тиһәм дә урынлы булыр. Бөрө педагогия университетының экология факультетын тамамланы