Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, билдәле хореограф, Баймаҡ районының Темәс ауылы ҡыҙы Гөлназ Аҡназарова социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ҡыҙыҡлы яҙма менән уртаҡлашты. Унда һүҙ башҡорт ауылында йәшәгән рустар тураһында бара. Яҙманан тыш, видео менән дә уртаҡлашған Гөлназ Вәкил ҡыҙы. “Беҙҙең Темәс ауылы тарихҡа ғына түгел, ә ҡыҙыҡлы, мәрәкәле кешеләргә лә бай. Был видеола Городилов Геннадий ағайҙың өлкән ҡыҙы Антонина Геннадиевна үҙенең мәҙәктәре менән уртаҡлаша. Уларҙың ғаиләһендә балалар күмәк ине. Барыһы ла башҡорт телен яҡшы белде, үҙ теле итеп кабул итәләр ине, хатта рус класына бармай тартҡылашкандары ла булды, тип һөйләй торғайны әсәләре. Аталары әрләп урыҫ класына бирҙе барыһын да... Бәләкәс ҡустыһы ҡасып, башҡорт класына күсеп ултыра ла ҡуя ине. "Унда гел урыҫтар, мин бер нәмә лә аңламайым бит!" - тип илай ине”, - тип яҙҙы Гөлназ Аҡназарова. Ә видеолағы Антонина Геннадиевнаның һөйләгәндәре үҙе бер көләмәс кеүек. “Бер мәл хужалыҡ етәксеһенән эш хаҡы иҫәбенә он яҙып биреүен һоран