31 майҙа Өфөлә Рәсәй махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам фонды бүлексәһе асыла. "Ватанды һаҡлаусылар" махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам фонды быйыл 3 апрелдә Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың күрһәтмәһенә ярашлы ойошторолдо. Республикабыҙҙа Фонд филиалын асыу тураһында Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин хәбәр итте. Өфөлә фонд бүлексәһе республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге бинаһында (Минһажев урамы, 107) урынлашҡан. Максим Забелин, Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина ошо көндәрҙә бүлексәнең эшкә әҙерлеген тикшерҙе. Максим Забелин әйтеүенсә, фонд хеҙмәткәрҙәре Ҡазанда белемен камиллаштырҙы һәм эшкә – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеүгә тулыһынса әҙер. Филиал эшен йәмәғәтселек вәкилдәре иҫәбенән социаль координаторҙар көйләйәсәк, улар медицина ярҙамы мәсьәләләрен хәл итеү, инвалидтарҙы реабилита