Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Белем. Премия-2023” наградаһына ғаризалар ҡабул итеү дауам итә

“Белем. Премия-2023” – Рәсәй уҡытыусыларының, лекторҙарының, авторҙарының, блогерҙарының, фәнде киң йәйелдереүселәренең һәм башҡа мәғариф эшмәкәрҙәренең ҡаҙаныштарын күрһәтеү өсөн 2021 йылда булдырылған илдең төп премияһы. Премия менән мәғрифәтселек проекттары һәм төрлө өлкә компаниялары ла билдәләнә. Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Үҙеңде генә түгел, ҡыҙыҡлы проекттарҙы, шулай уҡ 2022-2023 йылдарҙа мәғарифкә тос өлөш индергән кешеләрҙе лә күрһәтергә мөмкин. Номинациялар: Мәғрифәтсе: - идея һәм белемде әүҙем таратыусы эшмәкәр; - 2022-2023 йылдарҙа мәғрифәткә тос өлөш индергән кеше; - уҡытыусы, лектор, автор, блогер, фәнде киң йәйелдереүсе һәм башҡалар. Номинанттарҙың 18 йәше тулған РФ граждандары булыуы шарт. Мәғрифәтселек проекты: - ижади йәки маҡсатҡа йүнәлешле эшмәкәрлек һөҙөмтәһе; - кешеләрҙең фән, белем алыу һәм мәҙәни кимәлен күтәреү; - 2022-2023 йылдарҙа мәғарифкә ҙур өлөш индереү; - фильм, китап, блог, платформа, мәғрифәтселеккә һәм башҡаға йүнәлтелгән саралар комплексы. Мәғариф компанияһы: - юридик шәхес; - төп эшмәкәрлектән тыш, мәғарифкә йүнәлтелгән саралар йәки проекттар комплексын тормошҡа ашырыу; - белем, тәжрибә биреү, оҫталыҡ һәм күнекмәләр эшләүҙе өйрәтеү; - кешеләрҙең фән, белем алыу һәм мәҙәни кимәлен күтәреү. Номинация һайлау һәм теркәлеү һылтанма буйынса: https://premiya.znanierussia.ru Премия тураһында тулыраҡ мәғлүмәт - Рәсәй “Белем” йәмғиәте сайтында: https://vk.cc/cn3GtJ #Аңлатабыҙ_Башҡортостан