Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн төндә Благовар районындағы Иҫке Күсәрбай ауылында көсөл янғын булған. Мәғлүм булыуынса, янғын һүндереүселәр ваҡиға урынына килгәндә 5х8 метр ҙурлығында йортто, мунсаны һәм һарайҙы ут ялмап алған була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, утты һүндергән ваҡытта дүрт кешенең кәүҙәһе табыла: өс өлкән кеше һәм бер бала. Әле һәләк булғандарҙың кемдәр икәнлеге асыҡлана. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, әле республикала янғынға ҡаршы махсус режим дауам итә. Уға ярашлы, урманда усаҡ яғыу ҡәтғи тыйыла. Благовар районындағы фажиғәле хәл һәр кемде уйға һалырға тейеш. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, һаҡ булығыҙ һәм уялыҡты юғалтмағыҙ. Ул һаҡһыҙлыҡты, битарафлыҡты ғәфү итмәй... Фото: mchsrb