Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 25 майҙа "Урал аръяғы-2023" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы барышында Төбәк-ара бизнес-шәрифтәр форумы уҙҙы. Сараның эшлекле программаһы бизнес-шәрифтәр институтын үҫтереүгә йомғаҡ яһауға, бәләкәй бизнестағы хәлде анализлауға, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына дәүләт ярҙамдары күрһәтеү һәм уларҙың һөҙөмтәлелеге мәсьәләләренә, дәүләт менән бизнестың үҙ-ара килешеп эш итеү өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашыуға арналды. Модератор булып "РБК-Өфө" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Рауил Ватолин сығыш яһаны. Форум "Үҙгәрештәр иҡтисадында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ: системалы мәсьәләләр һәм ярҙам саралары" пленар дискуссияһынан башланды. Унда өс сит ил дәүләте һәм Рәсәйҙең алты төбәге вәкилдәре, шулай уҡ республиканың бизнес-шәрифтәре, эшҡыуарҙары ҡатнашты. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов билдәләүенсә, Рәсәй иҡтисады бер нисә йыл дауамында ҡаты сикләүҙәр шарттарында үҫешә. Коронавирус пандемияһы ваҡытында улар башлыса эске характерҙа ине. Хәҙер иһә дуҫ булмаған илдәр индергән санкциялар тышҡы баҙарҙарға юлды ябыуға йүнәлтелгән. "Шуға күрә бөгөн эске резервтарҙы мөмкин тиклем һөҙөмтәле файҙаланыу бурысы иң мөһиме булып тора. Бында, әлбиттә, бизнес алып барыу өсөн мөмкинлектәрҙе киңәйтеүгә айырым урын бирелә. Эшҡыуарлыҡты үҙгәртеү йәһәтенән бөгөнгө форумдың темаһы был процестың асылын бик яҡшы баһалай, - тине беренсе вице-премьер. - Бөгөн Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары, үҙмәшғүлдәр һанының артыуы күҙәтелә. Күп осраҡта бындай ыңғай үҫеш республикала төҙөлгән бәләкәй һәм урта бизнесҡа булышлыҡ итеү буйынса системалы эш һөҙөмтәһе булып тора. 2019 йылда республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән асылған бизнес-шәрифтәр институты, һис шикһеҙ, уның төп элементы булып тора. Уның эшмәкәрлеге федераль кимәлдә билдәләнде. Институт Стратегик башланғыстар агентлығының иң яҡшы төбәк тәжрибәләре иҫәбенә инде һәм Рәсәй төбәктәрендә таратырға тәҡдим ителде". Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов республика миҫалында бизнесҡа дәүләт ярҙамының уңышлы тәжрибәһе тураһында һөйләне. "Хәҙер, дүрт йылға яҡын ваҡыт үткәс, бизнес-шәрифтәр аяғында ныҡлы баҫып тора, ҙур эш тәжрибәһенә эйә булды. Һеҙҙең өсөн иң мөһиме - бөтә йүнәлештәрҙә компетенциялар кимәлен күтәреү, юридик оҙатыу, һәр потенциаль тәьмин итеүсе менән төрлө ярҙам программаларының үҙенсәлектәрен эшкәртеү", - тине Рөстәм Афзалов. Министр ярҙам сараларына туҡталып, улар бәләкәй бизнес өсөн дә, үҙмәшғүлдәр өсөн дә көнүҙәк хәлде, проблемаларҙы, талаптарҙы, кәйефте, пландарҙы, ағымдағы иҡтисади хәлгә реакцияларҙы, хәүефтәрҙе иҫәпкә алып төҙөлөргә тейешлеген билдәләне. Ярҙам сараларын ҡулланыу, уларҙы яңынан көйләү, шарттарға ҡарап интеграциялау миҫалдарын килтерҙе. "Мәҫәлән, социаль һәм мәктәп туризмы программаһында ҡатнашыусылар һанының артыуына бәйле өҫтәмә транспортҡа ихтыяж барлыҡҡа килде. Төбәк лизинг программаһына үҙгәрештәр индерҙек, шул арҡала туроператорҙарға туристик автобустарҙы льготалы шарттарҙа һатып алыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде", - тине министр. Бизнес-шәрифтәрҙән тыш, Башҡортостанда бизнес менән эшләү буйынса тағы ла бер һөҙөмтәле институт - Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил аппараты бар. Вәкил Ирина Абрамова һүҙҙәренсә, Башҡортостан төбәктәр араһында беренселәрҙән булып ошо институтты булдырған. "Бөгөн ер участкалары темаһы буйынса консультациялар эшҡыуарҙарҙа ҙур ихтыяж менән файҙалана. Шуға күрә ер-милек мөнәсәбәттәрен рәсмиләштергәндә төрлө яҡлап эксперт ярҙамы кәрәк. Беҙ Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы менән берлектә төркөм ойошторҙоҡ, эшҡыуарҙарға тиҙ арала ярҙам итергә тырышабыҙ", - тине Ирина Абрамова. Форум сиктәрендә бизнесҡа дәүләт ярҙамы күрһәтеүҙең иң яҡшы тәжрибәләре менән Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Һарытау, Кемерово, Иркутск, Силәбе өлкәләре вәкилдәре уртаҡлашты. "Кустанай өлкәһе хакимиәтенең төп бурыстарының береһе - уңайлы инвестиция мөхите булдырыу, бының өсөн инфраструктура майҙансыҡтары төҙөлә. Шул уҡ ваҡытта проекттарҙың төрлө масштабтарын, технологик параметрҙарын иҫәпкә алып, беҙ коммуникациялар үткәреү өлөшөндә һәр инвесторға индивидуаль ҡараш ҡулланабыҙ", - тине Кустанай өлкәһенең Эшҡыуарлыҡ һәм индустриаль-инновациялы үҫеш идаралығы етәксеһе Назарбәк Конкабаев. Ҡарағалпаҡ Республикаһының инвестициялар һәм тышҡы сауҙа министрының беренсе урынбаҫары Дамир Жолдасов хәбәр итеүенсә, һалым һәм таможня льготалары, юғары квалификациялы эшсе көс, үҫешкән транспорт коммуникациялары селтәре һәм инфраструктура, уңайлы географик урын, прогрессив инвестиция ҡануниәте кеүек өҫтөнлөктәр ҡаралған. Форумда һәм 26 майҙа Сибайҙа үтәсәк Global Management Challenge Башҡортостан төбәк кубогында ҡатнашыусыларҙы шулай уҡ Халыҡ-ара ойоштороу комитетының башҡарма директоры Жоао Филипе Матосо Энрикеш сәләмләне. Сара барышында бер нисә бизнес-шәриф Башҡортостан Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығының эшендә өлгәшкән уңыштары, юғары һөнәри оҫталығы, яҡшы хеҙмәте өсөн ведомство наградалары менән бүләкләнде. Форум аҙағында эшҡыуарҙар менән дискуссия клубы үтте. Иртәгә "Урал аръяғы-2023" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы сиктәрендә икенсе төбәк-ара бизнес-шәрифтәр форумында ҡатнашыусылар башҡа сессияларҙа ла үҙ эшен дауам итәсәк. "Урал аръяғы-2023" Бөтә Рәсәй инвестиция форумының партнерҙары - генераль партнеры - "Урал тау-металлургия компанияһы" акционерҙар йәмғиәте. Стратегик уҙаҡташ - "Башҡортостан сода компанияһы" акционерҙар йәмғиәте. Рәсми партнер - "Алексеевка" агросәнәғәт комплексы. Партнерҙар - "Милк трейд" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (Башҡорт туңдырмаһы). "Красный ключ" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.