Октябрьский ҡалаһы буйынса эске эштәр идаралығына хаҡлы ялдағы ҡатын мөрәжәғәт иткән. Баҡтиһәң, ул мутлыҡ ҡылыусылар “тоҙағы”на эләккән. Ҡатын Октябрьский ҡалаһына Рәсәйҙең төньяҡ төбәктәренең береһенән килгән. Республикабыҙҙа саҡта уға шылтыратҡандар һәм аватаркала банк һүрәте күренгән. Шылтыратҡан кеше был финанс ойошмаһының хеҙмәткәре һәм ҡатын исеменән кредит рәсмиләштерергә маташыуҙары тураһында хәбәр иткән. Ошо хәлдән сығыу өсөн пенсионерға яңы кеҫә телефоны һатып алырға, унда банктың ҡушымтаһын булдырырға, унда банк картаһы мәғлүмәттәрен һәм күпмелер сумма индерергә ҡушҡандар. Пенсионер ҡатын шулай эшләгән дә. Һөҙөмтәлә ул дүрт миллион һум аҡсаһын заман бурҙарына тотторған. Тик тегеләре бының менән генә туҡтамаған, тағы ике ҡалалағы ике банктан займ алдыртҡан, ҡулаҡсаға әйләндерткән һәм башҡа банк терминалы аша “енәйәт иҫәбе”нә һалдыртҡандар. “Банк хеҙмәткәре” аҡсаны кире ҡайтарырға һәм кредитты түләргә кәрәкмәгәнлеген “вәғәҙә иткән”... Үҙегеҙҙе кемдеңдер алдауына юл ҡуймағыҙ! Банктар һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре мессенджерҙарға шылтыратмай, документтар фотографияларын ебәрмәй. Ә енәйәтселәр аватарға рәсми ойошмалар логотибын ҡуя. Таныш булмаған кешеләргә ышанмағыҙ, уларҙың күрһәтмәләрен үтәмәгеҙ, һеҙгә таныш булмаған реквизиттарға аҡса күсермәгеҙ. Банк йәки көс структуралары “хеҙмәткәрҙәре” һеҙҙең исемгә кредит рәсмиләштереүҙәре тураһында шылтыратһа, тиҙ генә һөйләшеүҙе өҙөгөҙ. Банктың “ҡыҙыу бәйләнеше”нә шылтыратығыҙ йә унда үҙегеҙ барып белешегеҙ. Былар хаҡында Октябрьский ҡалаһы буйынса эске эштәр бүлегенә Ләйсән Атнағолова хәбәр итте. Фото: hotgeo.ru