Бөгөн Сибай ҡалаһында "Урал аръяғы-2023" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы башланды. Форумды Башҡортостан Хөкүмәте һәм Стратегик башланғыстар агентлығы ойоштора. Унда ҡатнашыу өсөн 1200-ҙән ашыу кеше ғариза биргән, улар араһында - дәүләт власть органдары һәм бизнес-берләшмә вәкилдәре, эксперттар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән килгән инвесторҙар. "Урал аръяғы-2023" һабантуйының эшлекле программаһы сиктәрендә төрлө темаға 20-нән ашыу сессия уҙғарыу планлаштырылған. Профилле секциялар һәм пленар ултырыш барышында ҡатнашыусылар инвестиция эшмәкәрлеге һәм инвестициялар йәлеп итеү тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ, шулай уҡ Рәсәй төбәктәрендә уңайлы бизнес-мөхит булдырыу алымдарын тикшерәсәк. 2023 йылдың 25 майында "Урал аръяғы-2023" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйының тәүге көнөндә Төбәк-ара бизнес-шәрифтар форумына старт бирелде. Унда сит ил дәүләттәре, Рәсәй төбәктәре вәкилдәре, Башҡортостандың бизнес-шәрифтәре ҡатнаша. Бәләкәй бизнестағы хәлде анализлауға, бәләкәй һәм урта эшҡыу