Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Һаҡ булығыҙ, талпандар!

“Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы аҙна һайын халыҡтың талпан ҡаҙалыу менән бәйле медицина ойошмаларына мөрәжәғәт итеүе, шулай уҡ талпан тешләү сәбәпле килеп сыҡҡан инфекцияларҙы иҫкәртеү, эпидемияға ҡаршы саралар буйынса мониторинг үткәреүҙе дауам итә. 11 майға ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, медицина ойошмаларына, талпан ҡаҙалыу сәбәпле, 2673 кеше мөрәжәғәт иткән. Был, һуңғы йылдарҙағы уртаса күрһәткестәр менән сағыштырғанда, күпкә юғарыраҡ. Башҡортостан Гигиена һәм эпидемиология үҙәге һәм уның филиалдарында талпандарҙы ҡабул итеү, вируслы энцефалитҡа, боррелияларға тикшереү пункттары эшләй. Ведомствола талпандарҙан ябай, әммә һөҙөмтәле һаҡланыу ысулдары тураһында хәбәр иттеләр. Улар – кейемде дөрөҫ кейеү, репеллент (ҡурҡытыу) сараларын файҙаланыу, үҙеңде, яҡындарыңды һәм йорт хайуандарын тикшереү. Бәләкәй генә бөжәк ҙур бәлә килтермәһен. Һаҡ булығыҙ, дуҫтар! Фото: prusakam.net