Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 78 йыллығын байрам итеү, "Демография" милли проектының "Тормош спорт нормаһы" проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Асҡын ауылында Советтар Союзы Геройы Нурулла Дәүләтгәрәй улы Сафиндың 100 йыллығына арналған еңел атлетика эстафетаһы үтте. Унда Асҡын районы мәктәптәренән уҡыусылар командалары һәм өлкән быуын вәкилдәре ҡатнашты. 150 метр арауыҡты беренсе булып күп спорт сараларында ҡатнашҡан өлкәндәр йүгерҙе. Артабан старт линияһына беренсе булып эстафетаны йүгерә башлаусылар күтәрелде. Үҙҙәренең этабын уңышлы үтеп, улар командаһына өс еңеүсе һәм призер иҫәбенә инеү мөмкинлеге бирә. Икенсе, өсөнсө, дүртенсе һәм бишенсе этап йүгереүселәре үҙ командаһының позицияһын тоторға һәм мөмкинлек булғанда һөҙөмтәләрҙе яҡшыртырға тейеш. Һуңғыһына бөтә көсөн йыйып, арауыҡты “бишлегә” үтергә кәрәк. Өлкән класс уҡыусылары араһында эстафетаны иң тиҙерәк 2-се мәктәп командаһы йүгерҙе, сыҙамлы булыуын һәм яҡшы физик әҙерлеген күрһәтте. Маҡсатҡа ынтылышлы урмияҙылар икенсе булд