Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары автобус йөрөтөүселәргә пассажирҙарҙы терминал аша электрон түләү мөмкинлеге менән тәьмин итеү бурысын ҡуйған закон проектын ҡараясаҡ. “Эшләмәүсе терминал” йәки башҡа сәбәптәр арҡаһында пассажирға түләү мөмкинлеге булмаһа, юл йөрөү бушлай буласаҡ, тип хәбәр иттеләр Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәтендә. Парламентта “ҡулаҡса йәки онлайн аша иҫәпләшеү водителдәрҙең иғтибарын кәметә һәм юл йөрөгәндә хәүеф тыуҙыра”, тип иҫәпләйҙәр. Йыш ҡына водителдәрҙең һәм кондукторҙарҙың юлға түләү өсөн аҡсаһы етерлек булмаған пассажирҙарҙы төшөрөп ҡалдырыуы осрай. Бынан тыш, ҡулаҡса менән иҫәпләшеү пассажирҙар өсөн уңайһыҙлыҡ тыуҙыра, электрон түләү – иң тиҙ һәм уңайлы ысул. “Закон проекты ҡулаҡсаны “һоро әйләнештән” сығарырға ярҙам итәсәк, иң мөһиме, пассажирҙар ағымы тураһында дөрөҫ мәғлүмәт бирәсәк һәм пассажир ташыуҙар өлкәһен көйләргә булышасаҡ, – тип билдәләне Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Бындай закондар Рәсәйҙең ҡайһы бер өлкәләрендә, мәҫәлән, Мәскәү өлкәһендә, бар, улар үҙҙәренең тәьҫирлелеген күрһәтте”. Закон ҡабул ителгән осраҡта, 2024 йылдың 1 ғинуарынан көсөнә инәсәк. Фото:МК в Уфе.