Найти тему
Башҡортостан гәзите

Илдар Ноғоманов та ситтә ҡалмаған

Әбйәлил районының ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы етәксеһе Элиза Ҡунафина хәбәр итеүенсә, Еңеү көнөндә Асҡарҙың Үҙәк майҙанында райондың ҡатын-ҡыҙҙар ойошмалары махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәргә ебәреү өсөн маскировкалау селтәре үреү өсөн майҙанда йыйылған халыҡҡа оҫталыҡ дәрестәре күрһәткән. Артабан улар бергәләп бер өлөшөн эшләп ҡуйған. Ҡатын-ҡыҙҙар акцияны дауам итеп, һәр бер ауыл биләмәһендә маскировкалау селтәрен үреүҙе ойошторорға тигән йөкләмә алып таралышҡан. Бигерәк тә был эшкә Илдар Ноғоманов исемле егеттең ҡушылыуы һәм иртәндән алып сара аҙағына тиклем апайҙарына эйәреп, таҫмалар бәйләүе хуплауға лайыҡ, - ти Ишкилде ауылынан ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Сәүҙә Шәһивәлиева. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға республиканың һәр ауыл һәм ҡалаһы ҡулынан килгәнсә ярҙам итә, гуманитар ылау туплауҙа ҙур өлөш индерә. Фото: "Осҡон" гәзите.