Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Яңы Алдарҙа һәйкәл ҡалҡты

Бөйөк Еңеү көнө айҡанлы республикабыҙҙың байтаҡ төбәктәрендә яугирҙәр, тыл хеҙмәтсәндәре, һуғыш балалары иҫтәлегенә һәм хөрмәтенә яңы стелалар, обелисктар асылды. Яңауыл районының Яңы Алдар ауылында ла Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың яҡты хәтеренә арналған һәйкәл ҡалҡып сыҡты. Һәйкәл асыуға арналған тантаналы сарала Яңауыл районы хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов, ауыл хакимиәте етәкселеге, Яңы Алдар ауылы халҡы, яугир ата-бабаларҙың төрлө тарафтарҙа йәшәгән вариҫтары ҡатнашты. Шуныһы әһәмиәтле – һәйкәл Ғилмийәровтар ғаиләһенең тырышлығы менән төҙөлгән. Әлфирә Сабир ҡыҙы Ғилмийәрова ошо ауылда тыуып үҫкән. Ул яугир яҡташтарының иҫтәлеген мәңгеләштереү хаҡында күптән уйлана һәм бөйөк байрам алдынан уй-ниәтен тормошҡа ашырыуға өлгәшә. “Беҙ Тыуған ил өсөн ғүмерен йәлләмәгән батырҙарҙы оноторға тейеш түгелбеҙ. Улар хаҡында яҡты хәтер һаҡлау – изге бурысыбыҙ”, - ти Ғилмийәровтар. Яңы Алдар ҙур ауыл түгел, әммә Ватаныбыҙ именлеге ҡурҡыныс алдында ҡалғас, улар берҙәм рәүештә ил һағына баҫа. Ауылдың күркәм урынында урынлашҡан һәйкәлгә 96 кешенең исеме уйылып яҙылған, уларҙың 55-е Тыуған ил азатлығы өсөн яу ҡырҙарында ятып ҡалған, 41-енә Еңеү менән әйләнеп ҡайтырға насип булған. Ғәзиз төйәге хаҡында хәстәрлек күргән, ата-бабалары рухын ҡыуандырған Ғилмийәровтарҙың был башланғысы быйылғы Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылында ауылдаштарына ҙур бүләк булды. Фото: vk.com/vazigatov