31 йәшлек йәш ҡатын, өс бала әсәһе, билдәле блогер, йырсы Әнүәр Нурғәлиевтың һеңлеһе Диана Сәфәрованың фажиғәле һәләк булыуы бар республиканы тетрәндерҙе. Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, ул Шишмә ҡасабаһында төнгө аварияла вафат булды. Диананың бишәр йәшлек игеҙәк малайҙары һәм беренсе класта уҡыған ҡыҙы ҡалды. Шулай уҡ уның ата-әсәһенең берҙән-бер ҡыҙы булыуы ла билдәле. Ул балалары, ата-әсәһе етеш йәшәһен тип ныҡ тырышҡан, бар көсөн һалып эшләгән. Барыһы ла Диананы изге күңелле кеше тип хәтерләй. Ул һәр ваҡыт сирле балаларға ярҙам иткән, махсус хәрби операция зонаһындағы хәрбиҙәргә үҙе рулдә ултырып гуманитар йөк тә алып барған. “Ата-әсәйемде уңайлы шарттарҙа йәшәткем килә” тип уларҙың йортона ремонт яһатҡан булған. Шулай уҡ таныштары әйтеүенсә, Өфөлә өс бүлмәле фатир алып, баҡсаһын һатып уны ремонтлай башларға йыйынып йөрөгән... Аңһыҙ ҡаза ғаиләнең бар пландарын юҡҡа сығарҙы... Кисә иртән уны Шишмә ҡасабаһына ерләгәндәр. Унда Башҡортостандан һәм Татарстандан билдәле блогерҙар, ғаилә д