Фестиваль йыл һайын үткәрелә, быйыл ул Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең 25 июндән 29-на саҡлы үтәсәк Х Халыҡ-ара форумы сиктәрендә тормошҡа ашырыласаҡ. Сарала Башҡортостандан һәм Беларустан 372 уҡыусының ҡатнашыуы көтөлә. Рәсәй командаһында Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары, Севастополь ҡалаһы һәм Башҡортостан Республикаһы вәкилдәре бар. Спорт һәм ирекле ихтыяр вәкиле сифатында олимпия чемпионы, совет баскетболы йондоҙо Иван Едешко сығыш яһаясаҡ. Ярыштарҙа футбол, баскетбол, волейбол, шахмат, өҫтәл теннисы, бадминтон, йөҙөү төрҙәре буйынса миҙалдар уйнатыласаҡ. “Башҡортостан күптән инде Рәсәйҙең төп спорт саралары үткәреү төбәге булып тора. 2022 йылда беҙ “Рсәй – Беларусь” халыҡ-ара мәктәп спорты фестивален юғары кимәлдә ойошторғайныҡ, быйыл да уның сағыу спорт ваҡиғаһы булырына ышанам”, – тине республиканың спорт мастеры Руслан Хәбибов. Фото: “Башинформ” сайтынан.