Этҡол мәктәбен тамамлаған, Украина биләмәһендә махсус хәрби операция үтәгәндә һәләк булған егеттәр Тәлғәт Кинйәбыҙов һәм Заһир Үмәрбаевтың яҡты иҫтәлегенә арналды "Геройҙар партаһын" асыу сараһы. Был партала Геройҙың фотоһүрәте урынлашҡан, уның биографияһы, Тыуған иле алдындағы батырлыҡтары тураһында мәғлүмәт яҙылған. - Батырҙарыбыҙ тураһында белеү, уларҙы онотмау беҙҙең бурыс. Тәлғәт Кинйәбыҙов һәм Заһир Үмәрбаев үҙ ғүмерҙәрен йәлләмәй тыуған илдәрен һаҡлап ҡаһарманлыҡ күрһәтте. Улар яҡты иҫтәлек булып мәңге беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәр, - тине мәктәп директоры Дамир Баһауетдинов. “Герой партаһы” артында иң лайыҡлы уҡыусылар: уҡыу алдынғылары, олимпиада, конкурс еңеүселәре ултырасаҡ. Сарала Этҡол Геройҙары тураһында яҡындары, уҡытыусылары ла бик күп йылы, күңелгә үтеп инерлек һүҙҙәр әйтте. Егеттәрҙең хәрби хеҙмәткә мөнәсәбәте, мәктәптә уҡыған йылдары, алға ҡуйылған маҡсаттарына өлгәшә белеүҙәре тураһында һөйләнелде. Тәлғәт Кинйәбыҙов хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн һәләк булғандан һуң “Генерал Шайморатов ордены”, “Ҡаһарманлыҡ ордены” менән бүләкләнгән. Заһир Үмәрбаевтың батырлығы ла “Ҡаһарманлыҡ ордены” менән баһаланған. Этҡол батырҙарының ҡаһарманлығы алдында баш эйәбеҙ! Фото: Этҡол мәктәбе хакимиәтенән.
“Герой партаһы” егеттәр тураһында яҡты иҫтәлек һаҡлай!
11 мая 202311 мая 2023
1 мин