Күп кенә осраҡта ҡатын бәхете ғаиләләге хәлгә туранан-тура бәйле. Әгәр уның балалары имен-һау, бәхетле, ире яҡшы мөғәмәлә икән, тимәк, тормошо ла күпкә көйлө бара, тигән һүҙ. Тик бынан барыһы ла әҙәм теләгәнсә бармай шул тормошта. Мәрйәмдең дә бик оҙаҡҡа һуҙылманы бәхете. Йәш кенә көйө үҙенән ун йәшкә олораҡ иргә кейәүгә сыҡан ҡатын башта үҙен бәхеттең етенсе генә түгел, хатта меңенсе ҡатында йөрөгәндәй хис итте. Бер-бер артлы бына тигән ҡыҙы, улы донъяға килеп ғаилә тормошон йәмләп ебәрҙе. Тик бына был тыныс, матур мөхит оҙаҡҡа барманы: Мират өйөнә спиртлы эсемлектәр тейәп ҡайтырға ғәҙәтләнде һәм аҙаҡ тамам “йәшел йылан” менән дуҫлашты. Бер көн генә түгел, аҙналар буйы һуҡмыш йөрөгән ир ҡатынына ҡул күтәрә, уны балалары менән өйҙән ҡыуып сығара башланы... Бик оҙаҡ ҡына уйланып йөрөгәндән һуң, бындай тормоштан тамам арыған, башҡаса түҙер тәҡәте ҡалмаған ҡатын “йәшел йылан”дан дауалаусы имсе ҡарсыҡҡа барырға булды. Уныһы иргә бер ағыулы үлән төнәтмәһен файҙаланырға ҡушты ла: “Бик һаҡ ҡы