Найти тему
Башҡортостан гәзите

Финанс йәһәтенән грамоталы бул

Балалар һәм йәштәр өсөн Бөтә Рәсәй финанс грамоталылығы аҙнаһында республиканың 335,3 мең кешеһе ҡатнашты. Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, ошо финанс грамоталылығы аҙнаһының координаторы – Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетеның Өфө филиалы – сараларҙың бер аҙналыҡ планын булдырған, бөтә был эш республиканың Финанс министрлығы етәкселегендә барған. “Райондар һәм ҡалалар хакимиәттәре, урта һөнәри һәм юғары уҡыу йорттары ошо планды ҡулланды. Сарала ҡатнашыусыларҙың әүҙемлеге ҡаралған темаларҙың көнүҙәк икәнлеген раҫлай”, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – финанс министры Лира Иғтисамова. Рәсәйҙең Үҙәк банкының Урал баш идаралығының Башҡортостан буйынса Милли банк идаралыҡтары, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы, Федераль ҡаҙнасылыҡтың Башҡортостан буйынса идаралығы, Ҡулланыусылар хоҡуғын һәм кеше именлеген яҡлау буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы, Һаҡлыҡ банкы асыҡ акционерҙар йәмғиәте, “Россельхозбанк” һәм башҡа ойошмалар тура эфирҙар, онлайн-лекциялар, вебинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре, конкурстар үткәрҙе. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.