Өфөлә “Бухартовскийҙарҙың ҡала усадьбаһы” мәҙәни мираҫ объектының яңы хужалары тарихи бинаны тергеҙә башланы. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса төбәк идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Салауат Ҡолбахтин ошо хаҡта белдерҙе. Республика етәксеһе ҡушыуы буйынса, Идаралыҡ Өфө хакимиәте менән берлектә “Степановтар-Зориндар усадьбаһы” һәм “Тихоновтар йорто” мәҙәни мираҫ объекттарын конкурс сауҙаһында һата. Был биналарҙы реставрациялауға инвесторҙар яғынан ҙур финанс һалыуҙары талап ителә. – Беҙҙең тырышлыҡ бындай иҫтәлекле урындарҙы мөмкин тиклем һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелергә тейеш. Улар ҡалаларҙы биҙәй. Үкенескә күрә, күп нәмәне юғалттыҡ. Был йорттарҙың иҫке хәлдә булыуы аңлашыла. Ләкин һаҡлап ҡалырға мөмкин булғанды һаҡлап ҡалырға кәрәк, - тине Радий Хәбиров. - Бухартовскийҙар усадьбаһының яңы хужаларына эште аҙағына еткерергә ярҙам итегеҙ. Төбәк етәксеһе шулай уҡ Өфөләге Сергей Аксаков исеменд