Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡоҙаштар яугирен ҡаршыланы

Учалы районының Ҡоҙаш ауылы халҡы махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан уландарына ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп, матур осрашыу сараһы ойошторған. Әлеге ваҡытта яу ҡырындағы егеттәребеҙҙең ата-әсәләре лә саҡырылған. Егеттәрҙе клуб алдында тәмле буҙа менән ҡаршылағандан һуң күңелле көйҙәргә баҫып бейеп тә алған улар. Яугир егеттәребеҙ менән осрашыуға ауылдың олоһо-кесеһе йыйылған, һәр береһе уларға оло ихтирамын, рәхмәт һүҙҙәрен еткергән. Сара һуңында егеттәргә, уларҙың ата-әсәләренә хөрмәт йөҙөнән патриотик концерт ойошторолған. “Донъялар тиҙерәк тынысланып, ир-егеттәр иҫән-һау тыуған яҡтарына, ата-әсәһе, ғаиләһе янына ҡайтһындар!” – тип теләй Ҡоҙаш ауылы халҡы. Теләктәрҙең “амин” тигән сағына тура килһен. Сығанаҡ: vk.com/public172057569