Ошо көндәрҙә Башҡортостанда төнөн ҡырау төштө. Ҡайһы бер райондарҙа һауа температураһы минус 9 градусҡа тиклем түбәнәйгән. Был ауыл хужалығы культураларына йоғонто яһаған. Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, шәкәр сөгөлдөрө, арпа, рапс һәм башҡа культуралар зыян күргән. Аҙна аҙағына тиклем ҡырау һуҡҡан майҙанды ҡайтанан сәсеү тураһында мәсьәлә хәл ителәсәк. Әлеге мәлдә райондарҙың ауыл хужалығы идаралыҡтары белгестәре Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге хеҙмәткәрҙәре менән бергә зыяндың майҙанын һәм күләмен билдәләй. Әлегә республикала 47 мең гектар майҙанда шәкәр сөгөлдөрө кеүек йылы яратҡан культуралар сәселгән дә инде, был планлаштырылғандың 95 процентын тәшкил итә. Һауа торошоноң көйһөҙләнеүенә ҡарамаҫтан, Башҡортостанда яҙғы сәсеү 75 процентҡа тамамланған, тип белдерҙе Башҡортостан Премьер-министры урынбаҫары һәм ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. - Бөгөнгә 1,5 миллион гектарҙан ашыу ерҙә яҙғы культуралар сәселгән. Был планлаштырылған майҙандың 75 проценты