10 майҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә 2023 йылдың ғинуар-мартында төбәктең ҡулланыусылар баҙары үҫешенә йомғаҡ яһалды. Республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев хәбәр итеүенсә, ҡулланыусылар хаҡтары индексы был осорға 101,2 процент тәшкил иткән. Рәсәй буйынса уртаса алғанда был түбәнерәк (101,7 процент). Шул уҡ ваҡытта ваҡлап сауҙа итеү күләме 276,3 млрд һумға еткән, был былтырғы ошо уҡ осор кимәленән 11,8 млрд һумға күберәк. – Быға хаҡтар торошон тотороҡландырыу буйынса эш булышлыҡ итте, – тип аңлатты Алексей Гусев. – Мәҫәлән, Башҡортостан Хөкүмәте башланғысы менән төбәк сауҙа селтәрҙәре 2023 йылда социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлек тауарҙарына өҫтәмәләрҙе сикләү тураһында меморандум төҙөнө. 2023 йылдың өс айы йомғаҡтары буйынса күмәртәләп сауҙа итеү әйләнеше 303,7 миллиард һумға еткән. Был 2022 йылдың беренсе кварталы кимәленән 14,3 процентҡа юғары. Ә көнкүреш хеҙмәттәре күләме 6,6 процентҡа – 10,5 миллиард һумға тиклем артҡан. Йәмәғ