Быйыл яҙ ҙа үҙенсәлекле килде – ҡар иреп бөткәнен дә тойманыҡ. Әле иһә ҡарҙары менән аптырата – бегөн Баймаҡ районында ҡар яуған, Белоретта ла көндәр һыуыҡ тора. Алдағы көндәрҙә ниндәй һауа торошо көтөлә? Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, алдағы көндәрҙә хәүефле һауа торошо күренештәре күҙаллана: ҡайһы бер көньяҡ райондарҙа ғәҙәттән тыш янғын хәүефе һаҡлана, төндә һауала һәм тупраҡ өҫтөндә 0, -5° һалҡын булып, ҡырау төшә. Йәғни 10 майҙың 20.00 сәғәттән 11 майҙың 20.00 сәғәтенә тиклем көндөң аяҙлы-болотло булыуы, яуым-төшөмһөҙ, төндә көньяҡ-көнсығышта бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫәсәк. Һауа температураһы төндә +1,+6°, урыны менән һауала һәм тупраҡ өҫтөндә 0, -5° булыуы, ҡырау төшөүе көтөлә, көндөҙ иһә +13, +18 градусҡаса йылытасаҡ. Автомобиль юлдарының айырым участкаларында төндә һәм иртән томан, күреү мөмкинлеге - 500-1000 метр. Фото: скриншот. Видеояҙма: ватсап