Найти тему
Башҡортостан гәзите

Янғында ике кешенең ғүмере өҙөлгән

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Күгәрсен районы Мораҡ ауылында сыҡҡан янғында 68 йәшлек ирҙең һәм тағы бер кешенең ғүмере өҙөлгән. Асыҡланыуынса, ут ағас төкәтмә менән бүрәнә йортта тоҡанған. Асыҡ ялҡынды ашығыс хәбәр алғандан һуң 22 минут эсендә һүндергәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ваҡиға урынында ике кешенең кәүҙәһе табылған. Һәләк булыусының икенсеһенең исем-шәрифе асыҡлана. Әле урында янғын сәбәптәрен асыҡлау өсөн тәфтиш-оператив төркөм эшләй. “Хөрмәтле граждандар, электр приборҙарын файҙаланғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәгеҙ, уларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, бер үк ваҡытта күп приборҙарҙы бер розетка аша ҡабыҙмағыҙ. Янғын сыҡһа, шунда уҡ 101 һәм 112 номерҙарына шылтыратығыҙ”, – ти иҫкәртәләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 17 апрелдән республикала янғынға ҡаршы махсус режим индерелде. Бындай ваҡытта урманда, баҡсаларҙа ут һәм усаҡ яғыу тыйыла, был ҡағиҙәләрҙе үтәмәгән кешеләргә штраф һалына. Ут менән һаҡ булығыҙ! Фото: mchsrb