Йыл буйына «Урал аръяғы» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйын көтөүегеҙҙе беләбеҙ. Шатландырырға ашығабыҙ: уның башланыуына бер айҙан да әҙерәк ваҡыт ҡалды! Ул Сибайҙа 25 майҙан 27-һенә тиклем үтәсәк. «Сян-Э» компанияһының директорҙар советы рәйесе Чжан Ци был ҙур сараға килергә саҡыра. Ул, был форум бишенсе тапҡыр үткәреләсәк, тип иҫкә төшөрә. Ҡытай был сараны Рәсәй төбәктәре менән һөҙөмтәле бизнес-диалог алып барыу өсөн төп майҙансыҡтарҙың береһе булараҡ ҡарай. Билдәләп үтергә кәрәк, Ҡытай Халыҡ Республикаһы алда торған инвестиция форумында партнер ил (уҙаҡташ ил) сифатында ҡатнашасаҡ. Әлегә «Урал аръяғы» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйынына Хунань провинцияһы делегацияһы ҙур составта килергә йыйына. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан
"Урал аръяғы-2023" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйына көндәр аҙ ҡалды
10 мая 202310 мая 2023
~1 мин