Найти в Дзене

Уларға ла уңайлы шарттар кәрәк

10 майҙа республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Уңайлы мөхит” дәүләт программаһының эшен 2029 йылға тиклем оҙайтырға ҡушты. Тейешле тәҡдим менән республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова сығыш яһаны. Проекттың төп маҡсаты – һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең интеграцияһы өсөн шарттар булдырыу, объекттар һәм хеҙмәттәр менән бер тигеҙ ҡулланыуҙы тәьмин итеү. Программа сиктәрендә транспорт, мәҙәниәт, спорт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау һәм социаль яҡлау объекттары сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн махсус ҡулайламалар менән йыһазландырыла. – 2023 йылдың аҙағына тиклем ғәмәлдә булған программа йомғаҡтары буйынса, инвалидтарға 525 объектҡа инә алыу тәьмин ителәсәк, - тип хәбәр итте Ленара Иванова һәм проект үҙенең һөҙөмтәлелеген раҫланы, ә халыҡ был эште дауам итеүҙәрен һорай, тип билдәләне. Радий Хәбиров республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына Башҡортостан Башлығы Хакимиәт

10 майҙа республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Уңайлы мөхит” дәүләт программаһының эшен 2029 йылға тиклем оҙайтырға ҡушты. Тейешле тәҡдим менән республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова сығыш яһаны. Проекттың төп маҡсаты – һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең интеграцияһы өсөн шарттар булдырыу, объекттар һәм хеҙмәттәр менән бер тигеҙ ҡулланыуҙы тәьмин итеү. Программа сиктәрендә транспорт, мәҙәниәт, спорт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау һәм социаль яҡлау объекттары сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн махсус ҡулайламалар менән йыһазландырыла. – 2023 йылдың аҙағына тиклем ғәмәлдә булған программа йомғаҡтары буйынса, инвалидтарға 525 объектҡа инә алыу тәьмин ителәсәк, - тип хәбәр итте Ленара Иванова һәм проект үҙенең һөҙөмтәлелеген раҫланы, ә халыҡ был эште дауам итеүҙәрен һорай, тип билдәләне. Радий Хәбиров республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең Контроль идаралығы, йәмәғәт ойошмалары һәм Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары менән берлектә республика программаһының киләһе этабына индереү өсөн ҡала-райондарҙағы төп объекттарҙың эшен баһаларға ҡушты. – Был өлкәләге бурыстарҙың күләме проект сиктәрендә хәл иткәнгә ҡарағанда күпкә артығыраҡ булыуы аңлашыла, – тине Радий Хәбиров. – Әммә “Уңайлы мөхит” программаһы үҙ маҡсатына өлгәшә. Шуға күрә уның яңы этабын әҙерләй башлағыҙ. Республика Башлығы шулай уҡ сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр йәшәгән күп фатирлы йорттарҙа пандустар урынлаштырыу план-графигын әҙерләргә ҡушты. – Пандустар һанын йыл һайын арттырырға тейешбеҙ. Был эште ихаталарҙы төҙөкләндереү һәм подъездарҙы ремонтлау сиктәрендә башҡарырға кәрәк, – тип билдәләне Радий Хәбиров. Фото: "Бәйләнештә".