Был тематик аралашыуҙа илдең билдәле йәмәғәт, фән эшмәкәрҙәре, сәйәсмәндәр, киң мәғлүмәт һәм һәм эре бизнес вәкилдәре буласаҡ форум буйынса үҙ фекерҙәре менән бүлешәсәк. Шулай уҡ һүҙ бөгөнгө яңы осор кисергән донъя йәмғиәтендә хоҡуҡ мәсьәләләре тураһында ла барасаҡ. Атап әйткәндә, унда Рәсәй юристар ассоциацияһы идаралығы рәйесе Владимир Груздев, «Право.ru»ҙың баш мөхәррире Борис Болтянский, Рәсәйҙә кеше хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил Татьяна Москалькова, «Просвещение» нәшер итеү компанияһы генераль директоры Наталья Третьяк, «Норильский никель» акционерҙар йәмғиәте вице-президенты Дмитрий Пристансков һәм башҡалар ҡатнашасаҡ. Сараны онлайн рәүештә https://www.youtube.com/watch?v=ea4enBGmBhY һылтанмаһы буйынса ла инеп ҡарап була.