Ишегебеҙ башында һәр ваҡыт артыш элеүле булды. Шул рәүешле өйҙө насар көстәрҙән һаҡлайҙар. Ауыр холоҡло, шикле күренгән кеше инеп сыҡһа уны төтәтеп алалар ине. Мөжәүир хәҙрәт төрлө сирҙән, сихыр, боҙом, ҡара уй, һоҡ, күҙ тейеү, тел-тештән өй эсен төтәтеп таҙалау өсөн боланут үләнен ҡулланырға кәңәш биргән. Быны эшләр алдынан башта тәһәрәтләнегеҙ, доғалар уҡығыҙ. Еләҫ ерҙә киптерелгән артыш, мәтрүшкә, хәҙрәт үләнен (боланут, иван чай) самалап алығыҙ. Шунан үләндәрҙе бер-бер артлы һауытҡа һалып ут ҡабыҙығыҙ. Иң беренсе артыш, мәтрүшкә, артабан хәҙрәт үләнен яндырығыҙ, аҙаҡ төтөнө менән өйҙө тәтәтегеҙ. Ишектең һул яғынан башлағыҙ, сәғәт теле йөрөүе буйынса барығыҙ. Мөйөштө аҫтан өҫкә төтәтәгеҙ. Үлән ҡайһы ерҙә шытырҙап яна, шул ерҙә төтөнлө һауытты оҙағыраҡ тоторға кәрәк. Изге әүлиәбеҙ ошолай итеп йылына бер-нисә тапҡыр өйҙө таҙалап торорға өйрәткән. Тормоштоң яйға һалынырына өмөт итеп күрәҙәсе, имселәргә йөрөргә күнеккән беҙҙең халыҡ. Сыуаш әбейҙәренең береһе күңел тыныслығы табырға барғ