Найти тему
Башҡортостан гәзите

Пандемия бөттө тиһәләр ҙә...

Ошо көнәрҙә Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы коронавирус буйынса пандемия тамамланды тип иғлан итте. Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров быға ҡарата үҙ фекерен белдерҙе. Ул һәр кемгә санитар гигиенаның ябай ҡағиҙәләрен үтәргә кәңәш бирҙе. – Беҙҙгә тынысланырға нигеҙ юҡ. Вирустың циклы дауам итә. Санитар гигиенаның иң ябай ҡағиҙәләрен үтәүҙе дауам итергә, тиҙ бирешеүсән категорияларға мөмкин булғанса битлек кейергә. Кешеләр сирләүен дауам итә, көн һайын 140-ҡа яҡын кеше ауырый, – тине республика етәксеһе. Пандемия осоронда төп йөкләмә табиптарға ятты, тип билдәләне ул: “Беҙ быны онотмайбыҙ һәм уларға бының өсөн бик рәхмәтлебеҙ. Ауыр ваҡыттар булды”. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин билдәләүенсә, 5 майҙа Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы COVID-19 пандемияһы статусын бөтөрҙө. Пандемия 2020 йылдың 11 мартында иғлан ителде һәм өс йылдан ашыу дауам итте. Республиканың һаулыҡ һаҡлау системаһы ошо саҡырыуҙы уңышлы хәл итте, тип өҫтәне министр. – Пандемиянан һуң республикала һаулыҡ һаҡлау көсәйҙе. 2,5 йылдан аҙыраҡ ваҡыт эсендә төбәктә дүрт ковид-госпиталь төҙөлдө, уларҙа республиканың 45 меңдән ашыу кешеһе дауаланған. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы госпиталь проектын ошондай медицина учреждениеларын төҙөү өсөн өлгө сифатында тәҡдим итте, – тине ул. Уның һүҙҙәренсә, пандемия башланғандан алып республикала бөтәһе 366 130 кешегә коронавирус диагнозы ҡуйылған. Башҡортостанда 6 майҙа, Хәтер һәм хөрмәтләү көнөндә, 131 меңгә яҡын кеше зыяратҡа барған Улар өсөн автобус маршруттары ойошторолған. Линияға “Башавтотранс”тың 60 автобусы сығып, улар 560 рейс башҡарған. Был хаҡта Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова хәбәр итте. Был көндө Башҡортостан халҡы 790 гектар майҙанда өмәләр үткәргән. Улар зыяраттарҙы ҡоро япраҡтарҙан, ботаҡтарҙан таҙартҡан. Бынан тыш, кешеләр өс мең ҡоро-һары ағасты юҡ иткән, 28 мең погон метр ҡойманы буяған, 1400 квадрат метр йәйәүлеләр юлын һәм юлдарҙы ремонтлаған. Кешеләр өсөн һыу килтереү ойошторолған. “Был көндә сараларҙа дини конфессия вәкилдәре лә ҡатнашты”, - тип өҫтәне Ирина Голованова. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө мэры Ратмир Мәүлиевҡа бер ай эсендә баш ҡала парктарындағы етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә ҡушты. – Мин Өфө парктарының нисек тәртиптә булыуын ҡараным. Кемдердер ниҙер боҙоуо – тәбиғи процесс. Беҙ яңы парктар төҙөйбөҙ. Сүп-сар булмаһын өсөн, уларҙы тейешле тәртиптә тоторға кәрәк, – тине Радий Хәбиров. Республика етәксеһе етешһеҙлектәрҙе бер ай эсендә бөтөрөргә ҡушты. Уның белдереүенсә, эш тәүҙә насар тороштағы парктарҙан башланған. Черниковка биҫтәһендәге, Сипайлово биҫтәһендәге Ҡашҡаҙан паркы, Затонда “Тулҡын“ паркы тәртипкә килтерелде. – Хәҙер үҙәкте төҙөкләндерергә ваҡыт. Ленин паркы буйынса ла уйҙарыбыҙ бар. Унда нисек барыһын да эшләргә икәнлеге хаҡында ентекле уйлайбыҙ. Башҡортостан Урмансылары паркын да тәртипкә килтерәсәкбеҙ. Барыһы ла шунда уҡ түгел, әммә вәғәҙә бирҙек, башҡарасаҡбыҙ. Пландар ҙур, эшләйбеҙ, – тине республика етәксеһе. Башҡортостанда 2 майҙан 9-ына тиклем туғыҙ техноген янғын теркәлгән, уларҙа ике кешенең ғүмере өҙөлгән. Был хаҡта республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, ошо осорҙа һигеҙ муниципалитет биләмәһендә 23 урман янғыны теркәлгән. Ут ялмап алған майҙан 506 гектар тәшкил итә. Янғын һүндереүселәр тораҡ пункттар территорияһында утты үткәреүгә юл ҡуймаған. Фәрит Ғүмәров йәнә 288,6 гектар биләмәлә ҡоро үлән яныуҙың 131 осрағы тураһында хәбәр итте. Краснокама районында Ка-132 янғын һүндереү вертолёты файҙаланылған. Унда ул ландшафт янғынын һүндергән. Учалы районында урман янғынын һүндергән саҡта, Иглин районында ла техноген янғынды вертолёт менән һүндергәндәр. Фәрит Ғүмәров шулай уҡ ҙур тәбиғи янғынды һүндереүҙә ярҙам күрһәткән Башҡортостан ҡотҡарыусыларының аэромобиль төркөмөн Ҡурған өлкәһенә оҙатыу хаҡында ла еткерҙе. Артабан ведомство етәксеһе пляждарҙы асыу темаһын күтәрҙе. Фәрит Ғүмәров әйтеүенсә, йәйгеһен республиканың 59 районында 148 һыу инеү урынын асыу планлаштырыла. Бөгөнгә уларҙы 46 муниципалитет ҡына декларация тапшырған. Ул хакимиәт башлыҡтарына пляждарға декларация тултырыуҙы тиҙләтеүҙе һорап мөрәжәғәт итте. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йәйҙең ҡоро көтөлөүен билдәләне. Республика етәксеһе республиканың вице-премьеры Ирек Сәғитовҡа, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы етәксеһе Марат Латиповҡа һәм республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәровҡа эҫе һауа торошон даими контролдә тоторға ҡушты. – Беҙ барыбыҙ ҙа федераль яңылыҡтарҙы күҙәтеп барабыҙ. Барыһы ла федераль трассаларҙың төтөндә булыуын күрә.Ббайтаҡ төбәктәрҙе янғын ялманы. Беҙгә республикала быға юл ҡуйырға ярамай. Бөтә көсөгөҙҙө һалығыҙ. Айырыуса был муниципалитет башлыҡтарына ҡағыла, - тине Радий Хәбиров. Ирек Сәғитов республикала тәбиғәт ғәрәсәттәренә ҡаршы тороу өсөн барыһы ла әҙер, тип билдәләне. Фото: "Башинформ".