Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Кишерҙе нисек сәсергә?

Һәр баҡсасының йәшелсә-емештәрҙе сәсеүҙең үҙ үҙенсәлектәре һәм сере бар. Мәҫәлән, ваҡ кишер орлоғон сәсеүе - үҙе бер мәшәҡәт. Күберәк сәсһәң, йыш сыға, берәмләһәң, нервыңдың ныҡ булыуы талап ителә. Кишер сәсеү буйынса оҫта баҡсасынан бер нисә кәңәштәр тәҡдим итәбеҙ. "Кишер орлоғон ике-өс көн һыуҙа тотам, һыуын күп һалмайым, өҫтө күмелер күмелмәҫ кенә. Көнөнә бер тапҡыр һыуын алмаштырам. Орлоҡтар ҙурайыпп китәләр. Шунан таҫтамалға йәйеп киптерәм.Дүрт бармаҡ самаһы ара менән тишектәр яһайым, шул ояларға һалам орлоҡтарҙы, һирәкләргә лә яйлы, орлоҡ та күп китмәй, эре булып үҫәләр, тигеҙ рәт килеп сыға.Бәҙрәф ҡағыҙына ҡатыҡ һөртәһең дә, шунда орлоҡто һибеп сығаһың. Кипкәс, бураҙнаға һуҙып, өҫтөн тупраҡ менән ҡаплайһың.Крахмал менән кисель эшләйһең, һыуынғас, иҫке сәйнүккә һалып кишер орлоҡтарын һалып болғатаһың, рәттәргә ағыҙып сығаһың. Мин шешә тығынын тишеп ултыртҡаным бар, бик һәйбәт була", -ти кәңәштәрен бирә оҫта баҡсасылар. Фото һәм текст сығанағы: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмө