Найти тему
Башҡортостан гәзите

Акцияға һин дә ҡушыл!

Ирекмәндәр патриотик акцияға старт бирҙе. 9 майҙа Яңы Балаҡатай ауылы майҙанында Балаҡатай районының ирекмәндәре “Үҙебеҙҙекеләр өсөн маскировка селтәрҙәре” акцияһын үткәрҙе. Оҫталыҡ дәресе уңышлы үтте, һәм урындағы халыҡ эшләп өйрәнде. Кешеләрҙең Ватанды һаҡлаусыларға ярҙам итергә теләге ҙур, был иң мөһиме, – тип уртаҡлашты Балаҡатай районындағы ирекмәндәр хәрәкәте координаторы Гүзәлиә Туйсина. Селтәрҙәрҙе спанбонд туҡымаһынан “G” өлгөһөн ҡулланып үрҙеләр. Туҡыма таҫмалар һәр селтәр аша әйләндерелә һәм ныҡлы нығытыла. Балаҡатай тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына маскировка селтәрҙәрен эшләүҙә ҡатнашырға теләүселәрҙең барыһын да уңайлы ваҡытта көтөп ҡалалар. “Үреү буйынса инструкция селтәргә беркетелгән, туҡыма ҡырҡылған һәм һеҙҙең ҡулдарығыҙҙы көтә!”, – ти ирекмәндәр. Сығанаҡ: vk.com/public206976382