Үрге Тәтешле үҙәк район дауаханаһы, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект "Здравоохранение") ярашлы, Fujifilm ЕР-6000 видеоскопик системаһын алды. Яңы ҡорамал эске ағзаларға тикшереү үткәрергә ярҙам итә. Уңайлы эндоскоп юғары стандарттарға ярашлы аныҡ һәм теүәл һүрәттәр алырға булыша. Видеоскопик система диагностикалау һәм төрлө сирҙәрҙе асыҡлау өсөн ҡулланыласаҡ. Эндоскоп ашҡаҙан сей яраһын йәки бөйән эсәген, ашҡаҙан-эсәк юлы шештәрен, аҙған гастрит осраҡтарын, ҡан китеүҙәрҙе һәм аш һеңдереү системаһының башҡа сирҙәрен асыҡлауҙа ярҙам итәсәк. – Яңы ҡорамал ярҙамында туҡымаларға аҙ ғына тәьҫир итеү һөҙөмтәһендә юғары сифатлы һүрәттәр аласаҡбыҙ, был сирҙәрҙе аныҡ диагностикаларға булышасаҡ. Ҡорамал тәүге һынауҙы үтте лә инде, – тине дауахананың баш табибы Илгиз Шәңгәрәев. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу,