Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Киң майҙанда - "Көслөләр заманы"

Бөйөк Еңеү көнө уңайынан Өфөнөң Совет майҙанында "Көслөлөр заманы" тип аталған байрам концерты уҙҙы. Халыҡ республиканың сәнғәт оҫталары башҡарыуында һуғыш йылдары йырҙарын тыңларға күпләп йыйылды. Концерт программаһы алдынан бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителде. "Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында Башҡортостандан өс йөҙ меңгә яҡын кеше һәләк булған. Тыуған илебеҙ өсөн баш һалған ҡаһармандарҙы бер ҡасан да онотмайбыҙ. Уларға мәңгелек дан!" - тип яҙҙы социаль селтәрҙәрҙә республика Башлығы Радий Хәбиров. Концерттың тура трансляцияһын Башҡортостан юлдаш телеканалынан да ҡарарға мөмкин булды. Бөйөк Еңеүгә 78 йыл тулыуға арналған тантаналы саралар В.И. Ленин исемендәге майҙанда салют менән тамамланды. Фото: "Башинформ".