9 Май – күҙ йәштәре аша килгән байрам. Шуға ҡарамаҫтан, саралар өлкәндәр өсөн дә, балалар өсөн дә ҡыҙыҡлы булһын өсөн мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ҙур тырышлыҡ һалды. Бөгөн Өфө гөрләп торҙо: бөтөн ерҙә йыр-моң яңғыраны, һалдат бутҡаһы еҫе таралды, ҡала алмағас еҫен аңҡытып торҙо. Байрам саралары бик матур үтте. Төп сараларҙың береһе Совет майҙанында булғандыр. Бында “Тыуған ил ниҙән башлана?” тип аталған концерт үтте. Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге тынлы музыка оркестры, Башҡортостандың берләштерелгән оркестры, Хәрби тынлы оркестр, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының тынлы оркестры, Халыҡ инструменттарының милли оркестры музыканттары сығыш яһаны. «Шайморатов-генерал» музыкаль-хореографик спектаклен Фәйзи Ғәскәров исемендәге Халыҡ бейеүҙәре дәүләт академия ансамбле күрһәтте. Баш ҡаланың Дим районындағы паркта ла байрам саралары уҙҙы. Район хакимиәте башлығы Антон Тарасов, Дим һәм Өфө районы буйынса хәрби комиссар Илдар Яппаров тантаналы сараны асып махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә – Павел Мяловский һәм Пулат Бабановҡа “Батырлыҡ өсөн” миҙалдары тапшырҙы. Киров районында хакимиәт башлығы Илвир Нурдәүләтов, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ ректоры Салауат Сәғитов һәм башҡа ҡунаҡтар менән берлектә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙргә Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Ә байрам концертын Нариман Сабитов исемендәге балалар музыка мәктәбе, “Башҡортостан” дәүләт концерт залы, “Йәшлек” берләшмәһе ойошторҙо. Йыйылған халыҡты һалдат бутҡаһы менән һыйланылар, балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре үтте. Ленин майҙанында бөгөн Ҡала мәҙәниәт һарайы, “Мираҫ” бейеү һәм йыр ансамбле, Өфө балалар филармонияһы, Йәш тамашасы театры һәм башҡа мәҙәни ойошмалар бик шәп тамаша әҙерләгән ине. Шулай уҡ бында ретро-автомобилдәр, мотоциклдар күргәҙмәһе ойошторолдо. Майҙандағы сара сағыу салют менән тамамланды. Фотолар Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтынан алынды.